1. Родителям
  2. Новости
  3. Районный семинар учителей родных языков

Районный семинар учителей родных языков

Февраль 6, 2020 Просмотров: 26

28 ғинуарҙа Новофедоровка урта мәктәбендә туған телдәр уҡытыусыларының район семинары булып үтте. Семинарҙың тәүге өлөшөндә мәктәптең башҡорт теле уҡытыусыһы Ишемғолова Хәҙисә Әхиәр ҡыҙы “Ҡышлаусы ҡоштар. Ҡылым” һәм Яхина Алиса Мөслим ҡыҙы"Тамырҙаш һүҙҙәр" темаларына асыҡ дәрестәр күрһәттеләр. Артабан Айгөл мәктәбе филиалы уҡытыусыһы Насырова Рузалия Рәмил ҡыҙы "Башҡорт теле дәрестәрендә уҡыусыларҙың һөйләү телмәрен үҫтереү” темаһына оҫталыҡ дәресе күрһәтеп, үҙ эш алымдары менән уртаҡлашты. Ишембаев Ҡадир Ғабдулмәжит улы дәрестә интерактив таҡтаны һөҙөмтәле ҡулланыу алымдарын күрһәтеп үтте. Семинарҙа ҡатнашыусылар Наумовка урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Сибәғәтова Венера Вәхит ҡыҙының “Заманса белем биреү технологияларын ҡулланыу аша дәрестең һөҙөмтәлелеген арттырыу” темаһына сығышын тыңланылар. 
Билдәле булыуынса, 2020 йыл Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы тарафынан Башҡорт теле йылы тип иғлан ителде. Семинарҙың икенсе өлөшөндә Стөрлетамаҡ районы мәғариф бүлеге начальнигы Иманғолова Эльвера Ғүмәр ҡыҙы Башҡорт теле йылы сиктәрендә үткәреләсәк саралар хаҡында һөйләп үтте, уҡытыусылар алдына яңы бурыстар ҡуйҙы. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары был осрашыуҙан күңелдәренә илһам алып, матур тәъҫораттар менән таралышты